+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
1 Июль 2022, 16:40

Ҡоштар тураһында акрошиғырҙар

Күк, аҡ төҫлө күлдәктә,

Ҡоштар тураһында акрошиғырҙар
Ҡоштар тураһында акрошиғырҙар

Үҙе ҡыҙыл ситектә.
Гөр-гөр килеп гөрөлдәй,
Әллә дуҫлыҡҡа өндәй?
Рәхмәт әйтеп мәктәпкә,
Сөйә балалар күккә.
Егәрле ул, хат ташыған.
Ниндәй ҡош шундай уңған?

Туғайҙа йыш күренмәй,
Урманда ла йөрөмәй –
Рәхәт йәшәй эргәлә.
Ғашиҡ кешегә әллә?
Ары китмәй ул иллә.
Йырлай: «сырыҡ-сырҡ»килә.

Төрлө төҫтә сибәр ҡош,
Уйлап әйт, һүҙеңде ҡуш.
Түрендә тора өйҙөң,
Ысҡынһын матур һүҙең.
Йәшәй ситлектә үҙе,
Ғәжәп, ҡабатлай һүҙҙе!
Оҡшатып әйтә иллә,
Шул ҡошто кем һуң белә?

«Торайруҡ!» – тип ҡысҡыралар,
Оран һалышып күктән.
Рәхәтләнеп йоҡлап ятма!
Нәҡ уларҙай бул күптән!
Аяҡ өҫтө бул иртән!

Һарайҙарҙы ҡарап йөрөй,
Алып ҡаса йомортҡа.
Йыш ҡына ул һытып эсә,
Ыҙаһы тейә йортҡа.
«Ҫ» хәрефе бар был ҡошта.
Ҡунаҡтарҙы саҡыра,
Ас ҡапҡаңды шыҡырлаһа!
Ниндәй ҡош? Әйтеп ҡара!

Сикһеҙ моң түгә,
Ышан, был ҡошҡай.
Йыры төрлөсә.
Ысын, бик оҡшай.
Рәхмәтен әйтеп,
Сыңлай талпынып.
Ыҡсым ояһын,
Ҡайта һағынып.

Аҡ ҡына матур ҡоштарҙы,
Ҡарай һәр кем яратып.
Ҡошҡайҙар күлде биҙәйҙәр,
Оло һөйөү уятып.
Шундай һоҡланғыс был ҡош.
Әйтегеҙсе? Ул – аҡҡош.

Күкәй һалып сит ояға,
Әсәй булмайса китә.
Кескәй генә ҡошсоғон
Үкһеҙ бер етем итә.
Көтмәйенсә ул китә.

Ҡайһы ҡош өйрәтә һине
Ала йә ҡара тунлы,
«Р» өнөнөң урынына
Ғәҙәттә әйтһәң «й»-ны.
Алмаһаң, әйтә «р»-ҙы.

Туҡ-туҡ килә иртә кисен,
Урмандарҙа ул йәшәй.
Матур егәрле ҡошҡай
Ырамлы, йылдам эшләй.
Рәхәтләнеп ҡалһындар тип,
Тиҙ генә ярҙам итә.
Ҡорттарҙан ҡотолдорғас,
Ағастар рәхмәт әйтә.

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы,
Рауил ауылы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: