-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
3 Июль 2022, 13:20

"Үҫәргән"дең йәш урмансылары

Әбеш мәктәбендә лә бар йәш урмансылар. Улар өсөн «Үҫәргән» түңәрәге эшләй. Етәкселәре – биология уҡытыусыһы Гөлшат Тимербулат ҡыҙы Рәшитова.

"Үҫәргән"дең йәш урмансылары
"Үҫәргән"дең йәш урмансылары

– Беҙҙең түңәрәктә VII, VIII, IX синыфтарҙан 25 уҡыусы шөғөлләнә. Улар урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә йәш үҫентеләр ултыртыуҙа һәм тәрбиәләүҙә ҡатнаша. «Шайтантау» заказнигындағы ағас төрҙәрен, хайуандар донъяһын өйрәнәбеҙ, фәнни-практик эштәр алып барабыҙ. Мәктәптә даими рәүештә урман хужалығы оҫтаһы Ғаян Шәйхетдин улы Сурин, заказник егеры Йәмил Факил улы Илембәтов менән осрашыуҙар булып тора. Экологик һуҡмаҡтар төҙөүҙә, ҡоштарҙы һаҡлау акцияларында, янғынға ҡаршы һүрәттәр конкурсында ҡатнашабыҙ, – ти ул.

М. СӘЙЕТОВ.
Хәйбулла районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: