+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
13 Июль 2022, 17:03

Башҡорт ере

Шағир Рәмил Ҡол-Дәүләттең «Башҡорт ере» шиғыры менән фоторәссам Эдуард Дилмөхәмәтовтың рәсемдәрен бергә ҡушһаң, тыуған еребеҙҙең ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ аңлай башлайһың.

Башҡорт ере
Башҡорт ере

Рәмил ҠОЛ-ДӘҮЛӘТ

 

БАШҠОРТ ЕРЕ

 

Сал дала ла армыт-армыт тауҙар –

Төйәк кенә ере башҡорттоң.

Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да

Йөрәгемде ниңә ярһыттың?

Ашҡынһам да, аҙаҡ йөрөй алмам,

(Үкенермен үҙем һуңынан.)

Форсат тейгән саҡта үтәйемсе

Атайҙарҙың данлы юлынан.

Эйәрләп тә алып Аҡбуҙатты,

Күк тауҙарға ҡарай юл алам.

Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ –

Офоҡтарға китеп юғалһам.

Мин аҙашмам хәтәр дауылда ла –

Был ерҙәрҙән бабам йөрөгән.

Ҡыйыулығы тоғро юлдаш булһа,

Юл маяғы булған Етегән.

...Уйһыу ғына ерҙең ҡом-таштарын

Уя баҫып елә Аҡбуҙат.

Ярһыу хистәремде тыя алмай,

Дәртләнеп тә китеп йыр һуҙам:

«Ай, тау ғына яҡшы, тау яҡшы,

Тау яғалап үткән юл яҡшы.

Алтын менән көмөш сыҡҡан ерҙән

Тыуып ҡына үҫкән ил яҡшы...»

...Сал дала ла армыт-армыт тауҙар –

Төйәк кенә ере башҡорттоң,

Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да

Йөрәгемде тағы ярһыттың.

 

Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ фотолары.

Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Башҡорт ере
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: