+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
18 Июль 2022, 12:45

Бөжәктәр донъяһына сәйәхәт

Өфөләге 47-се моделле балалар китапханаһының библиояланында балалар менән бөжәктәр донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ.

Бөжәктәр донъяһына сәйәхәт
Бөжәктәр донъяһына сәйәхәт

Малайҙар һәм ҡыҙҙар ғәжәйеп бөжәктәр, уларҙың планетала иң күп таралған төрҙәре менән танышты. «Бөжәктәр һәм уларҙың таныштары» исемле журналдар күргәҙмәһендә бик күп мәғлүмәт тупланылар. «Һин беләһеңме?» брейн-ринг уйыны, бөжәктәр тураһында йомаҡтар сисеү, шиғырҙар һөйләү ҙә балаларға бик оҡшаны. Шулай уҡ энтомология бөжәктәр тураһындағы фән икәнен, уларҙың ниндәй төрҙәре «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгәнен белделәр, энтомологик коллекцияһын ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.

Тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға, унда йәшәгән йән эйәләренә иғтибарлы булырға, ярҙам итергә кәрәклегенә тағы ла бер тапҡыр төшөнөп, фәһем алып таралышты балалар.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА.

Өфө ҡалаһы, 47-се балалар китапханаһы.

 

Бөжәктәр донъяһына сәйәхәт
Бөжәктәр донъяһына сәйәхәт
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: