+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
6 Август 2022, 15:25

Терпекәйҙәр

Булған хәл

Терпекәйҙәр
Терпекәйҙәр

Яҙғы йылы көндәр. Тышта саф һауа. Һис кенә лә өйҙә ултырғы килмәй. Йә­һәтләп кейенеп, тышҡа сыҡ­тым.
Атайым кәртә-ҡура та­ҙарта, ә мин бесән тирәһен туҙҙырып тибешкән тауыҡтар эргәһендә йөрөйөм. Иҫем китеп тегеләрҙе күҙәтәм. Беҙҙең бер тауыҡ шул тиклем хәйләкәр, йомортҡаһын һарайға ингән ерҙәге таҡта аҫтына йәшереп һала. Уларҙы йыйып алып торабыҙ. Ниңә ояны түгел, ошо урынды һайлайҙыр? Ап­тырайбыҙ. Таҡта егенән йомортҡа­ларҙы саҡ-саҡ сығарып алабыҙ. Бына бөгөн дә шул урында нимәлер ятҡан кеүек. Уны ҡул менән сыға­рып булмай, шуға ла атайым көрәге менән һаҡ ҡына һоҫоп алды. Ҡараһаҡ, аптырап киттек. Көрәктә сеп-сей булышып бәләкәй генә алһыу төҫтәге терпе балалары ята. Әле энәләре лә юҡ, шул урындары йомшаҡ ҡына булып, саҡ беленеп тора. Бына ни өсөн терпе балаларын, «аппағым-йомшағым», тип ярата икән.
Беҙ әсәйҙе саҡырып күр­һәттек тә бәләкәй генә йоморсоҡтарҙы кире урындарына һалдыҡ. Әйҙә ояларында ҙурайһындар.
Хәҙер инде миңә эш артты, әсәй һыйыр һауғанын көтөп тороп, терпегә һөт ҡоям. Ә үҙем ҡасан ғына балалары ояларынан сы­ғыр икән, тип ипләп кенә күҙәтеп йөрөйөм. Инә терпенең ҡайҙалыр ашығып үтеп киткәнен, шунан ҡабаланып кире килеп ин­гәнен абайлағаным бул­ды.
Ваҡыт үтеү менән уның сығып йөрөгәне күренмәй башланы. Ынтылып урындарын ҡараһам, балалары ла юҡ. Энәле дуҫтарымдан айырылыуҙан күңелгә ныҡ ҡыйын булды.
Шулай ваҡыт үтә торҙо. Инде үҙҙәрен онотоп та бөткәйнем. Әммә бер көндө баҡсала крыжовник ҡыуағы төбөндә ҡояшҡа ҡы­ҙы­нып йоҡлап ятҡан ике терпе балаһын күреп, хайран ҡалдым.
– Ҡалай ҙурайғандар! Былар бит минең терпекәйҙәрем! Улар бер ҡайҙа ла китмәгән, ошонда, беҙ­ҙең баҡсала йәшәгәндәр! – тип ҡыуанысымдан үрле-ҡырлы һикереүемде ишетеп, атайым менән әсәйем дә килеп етте. Көтөлмәгән осрашыуҙан улар ҙа ҡәнәғәт ине.
Өйгә йүгереп инеп, фотоаппарат алып сығып, үҙҙәрен фотоға һәм видеоға төшөрөп алдым. Терпекәйҙәр йоҡоларынан уянып, беҙҙән ҡурҡып, тиҙ генә ҡарағат ҡыуағы ара­һына инеп юғалды. Бынан һуң мин уларҙы кискә табан йә ишек алдында, йә һарай янында йыш ҡына күргеләй башланым.
Шулай йәй үтте. Бер көндө картуф йыйып алырға, тип әсәйем менән баҡсаға сыҡтыҡ. Беҙ уның менән тәжрибә үткәрергә теләп, бер урынға ерҙе ҡаҙып тормай, өҫтөн һалам менән генә ҡаплап, картуф сәскәйнек. Уңыш мул ғына күренә. Тупраҡ менән күмелмәгәс, үҙҙәре таҙа ғына. Һаламды ҡалҡытып ҡына картуф йыя башланыҡ. Шул саҡ һарайҙың ҡояш төшкән яғында ҡал­ҡып ҡына торған һалам өйөмө күҙгә салынды. Ҡы­ҙыҡ күреп, асып ҡараһам, бер терпе ҡышҡылыҡҡа йоҡларға ятҡан икән. Борсомайым, тип йәһәт кенә һалам менән кире ҡаплап ҡуйҙым.
Әле ҡар яуырға иртә бул­ғанлыҡтан, терпе урынында ятамы икән, тип тегене күҙәтеп йөрөнөм. Ә энәле дуҫым нисек йомарланып ятҡан, шулай йоҡоға талған ине. Башҡалары ла үҙ урынын тапҡайны.
Беҙҙең баҡсабыҙҙы үҙ иткән терпекәйҙәремдең ҡышты имен үткәреүҙәрен теләп, өңдәрен матурлап ябып ҡуйҙым.

Зарема ТАҺИРОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Йылайыр районы,
Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: