-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Август 2022, 12:45

Ҡанатлы дуҫтарын һыйлай

Яңыраҡ «Президент-Отель» эргәһендәге паркта йөрөгәндә гөр килешкән күгәрсендәр араһында бер малайҙы абайлап ҡалдым. Ҡошсоҡтарҙы һыйлай икән.

Ҡанатлы дуҫтарын һыйлай
Ҡанатлы дуҫтарын һыйлай

Ә улары кем уҙарҙан ярышып, көнбағыш сүпләй. Үҙҙәре малайға рәхмәт уҡығандай, әле береһе, әле икенсеһе ҡулына ҡунып, күңелле гөрөлдәшә. Һис кенә лә ҡурҡып тормайҙар. Ҡанатлы дуҫтарын ҡыуандыра алғанынан ҡәнәғәт йылмай­ған малай менән танышмайса булдыра алманым. Оскар Еникеев икән, 303-сө «Росток» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
– Олатайым һәм өләсәйем менән ошо паркта ваҡыт уҙғарырға яратабыҙ. Көн дә күгәрсендәрҙе һыйлайым, мине көтөп алалар. Бында тейендәр ҙә бар. Улар ҙа ҡурҡып тормай, кешегә яҡын килеп, һыйланып китә. Өйрәнеп бөткәндәр, – ти изге күңелле малай.
Оскар тәбиғәтте, йәнлек-ҡоштарҙы бик ярата. Һәр нәмәгә иғтибарлы, күпте белергә теләй. Олатаһы менән өләсәһенә һорауҙарын яуҙыра ғына.
Кескәй ейәндәренең күңелендә тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш уятҡан өсөн уларға рәхмәт әйтке килә. Сөнки Ер-әсәбеҙҙең киләсәге үҫеп килеүсе йәш быуын ҡулында бит.

Гөлсөм ХИСМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: