+27 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
9 Августа 2022, 09:18

Ябай меңъяпраҡ, аҫыл меңъяпраҡ

Аҫыл меңъяпраҡты икенсе төрлө «һалдат үләне», тип тә йөрөтәләр.

Ябай меңъяпраҡ, аҫыл меңъяпраҡЯбай меңъяпраҡ, аҫыл меңъяпраҡ
Ябай меңъяпраҡ, аҫыл меңъяпраҡ

Борон яугирҙәр был үҫемлектең кипкән япраҡтарын үҙҙәре менән яуға алған. Сөнки яраланған осраҡта ул ҡанды туҡтатҡан һәм йәрәхәтте тиҙ уңалтҡан.

Бөгөн дә меңъяпраҡ, ябайы ла, аҫылы ла, халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Уны сәй итеп эскәндә ҡан таҙара һәм иммунитет нығый. Аш-һыу әҙерләгәндә тәмләткес урынына ла файҙаланалар. Хатта бәшмәк тоҙлағанда ла кипкән меңяпраҡты ҡушалар икән.

Шуны онотмағыҙ: сама менән ҡулланғанда ғына үҫемлектәр кешегә файҙа килтерә.

Фотоның авторы: Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас