+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
19 Августа 2022, 10:10

«Шифалы үләндәр – аяҡ аҫтында»

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Шуға күрә  һаулығыңды йәштән ҡайғыртыр­ға кәрәк. Хә­ҙерге ваҡытта, бигерәк тә йәштәр араһында, тулыһынса һау-сәләмәт кешеләр бик һирәк. Шуныһы ҡурҡыныс: күптәр ауырыуҙарына иғтибар ҙа итмәй.

"Шифалы үләндәр —  аяҡ аҫтында""Шифалы үләндәр —  аяҡ аҫтында"
"Шифалы үләндәр — аяҡ аҫтында"

Ауырып китһәң, ни эшләргә һуң? Элек-электән ата-бабаларыбыҙ төрлө-төрлө шифалы үләндәр менән дауаланған, уларҙы йыйып киптереп, ҡайнатып эскән. Халҡыбыҙҙа дарыу үләндәре йыйыу оло бер эш булып торған.

Әлеге көндә лә инәй-апайҙар ваҡыт табып төрлө дарыу үләндәрен йыйып, киптереү менән мәшғүл.

Бөрйән районы Брәтәк ауылы мәҙәниәте йорто хеҙмәткәрҙәре ағинәйҙәр менән берлектә тәбиғәт ҡосағында  балалар өсөн »Шифалы үләндәр – аяҡ аҫтында» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Балаларға шифалы үләндәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп, ниндәй ауырыуҙарҙан файҙалы икәнен һөйләп үттеләр. Балалар ҙа шифалы үләндәрҙе күп белә икән.

Әңгәмә аҙағында балалар менән  «Бесәй менән Сысҡан», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Мәскәй әбей» кеүек төрлө башҡорт халыҡ уйындарын уйнаныҡ. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы күстәнәс менән дә һыйланыҡ.

Сулпан ЮЛДАШЕВА.

Бөрйән районы.

"Шифалы үләндәр —  аяҡ аҫтында"
"Шифалы үләндәр —  аяҡ аҫтында"
"Шифалы үләндәр —  аяҡ аҫтында"
"Шифалы үләндәр —  аяҡ аҫтында"
"Шифалы үләндәр —  аяҡ аҫтында"
"Шифалы үләндәр —  аяҡ аҫтында"
"Шифалы үләндәр —  аяҡ аҫтында"
"Шифалы үләндәр — аяҡ аҫтында"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас