

Ә бына кемдәр һарымһаҡты йыймаған, был культураны япрағы тулыһынса һарғайғандан һуң 5-7 көн үткәс ҡаҙалар.
Кишер менән сөгөлдөр үтә тығыҙ ултыртылһа, ваҡ үҫентеләрен йолҡоп ташлағыҙ.
Помидорҙарҙың артыҡ ботаҡтарын өҙөп ташларға. Шулай уҡ йәшелсәнең һабаҡ остарын да киҫергә кәрәк.
Кипкән сәскәләрҙе киҫеп алырға. Сәскәһен аҫҡа ҡаратып, ҡараңғы, яҡшы елләтелгән урынға элеп ҡуйығыҙ.
Бер йыллыҡ сәскәләрҙең орлоғон киптерегеҙ ҙә исемдәрен яҙып, моҡсайҙарға һалып ҡуйығыҙ.
Сәскәләрҙе ашлағыҙ. Ике грамм бор кислотаһын башта бер стакан эҫе һыуға һалырға, унан һуң был ҡатнашмаға тағы ла 10 литр һыу ҡушырға. Сәскәләрҙең төбөн тупраҡ менән ныҡлы күмеү уларҙы һалҡындан һаҡлай.
Бүлмә гөлдәренә иғтибар бүлегеҙ. Киҫәләр, бүләләр, ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултырталар. Бик тә булмаһа, тупраҡтың өҫкө ҡатын алмаштыралар. Тиҙҙән бүлмә гөлдәренең күбеһе йоҡоға таласаҡ, шуға борсорға ярамай.
Автор фотоһы.