+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
30 Августа 2022, 10:00

Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?

Баҡсамда йәй буйы күҙ яуын алып роузаларым сәскә ата. Уларҙы сабый бала шикелле иркәләп, ҡарап, наҙлап ҡына торорға кәрәк. Әлбиттә, минең ваҡытым самалы. Мәле сыҡҡанда, иғтибар  бирергә тырышам. Әле баҡсамда күп төрлө раузалар үҫә. Үҫтереүе бер эш, уны ҡышҡылыҡҡа дөрөҫ итеп ябырға ла кәрәк бит әле. Кемдер сәскәләрҙең өҫтәрен ҡумта менән яба, кемдер урап ҡуя – һәр кемдең үҙ ысулы.

Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?
Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?

Әле сәскәләргә һыу ҡойорға кәрәкмәй. Улар әкренләп ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә башланы.

Бына мин ҡышҡылыҡҡа ошолай ҡалдырам. Һабаҡтарҙы 30 сантиметр оҙонлоғонда ҡалдырып ҡырҡам да, үҫентенең яҡ-яғынан бер аҙ тупраҡ өйәм. Өйөм тирәләй кирбес ҡуйып сыҡһаң да була, иң мөһиме – уларға ел үтергә тейеш түгел. Ә мин, үҙемсә,  һатыуҙа булған ҡыяр өсөн ҡулланылған материал менән һәр береһен уратып, бәйләп ҡуям. Шунан гөл-сәскәнән бушаған ҙур һауыт менән һәр береһен ҡаплап ҡуям.

Ә һеҙ нисек раузаларҙы ҡышҡылыҡҡа ҡалдыраһығыҙ? Беҙгә лә яҙып ебәрегеҙ, дуҫтар.

 

Автор фотоһы.

Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?
Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?
Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?
Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?
Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?
Рауза сәскәләрен яратаһыңмы?
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас