

Август айының һуңғы көндәрендә Ленар ҡустым менән Фәнис олатайыма мал көтөүен көтөштөк. Көн дә бик матур ине. Мал көтөү бик яуаплы эш икән. Ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Мал таралып китеүе бар. Беҙгә көнө буйы тәбиғәттә йөрөү хәтәр оҡшаны. Бигерәк тә әсәйемдең килтергән төшкө ашы ныҡ тәмле булды. Ул Урал ҡустым менән килгәйне. Ҡырҙа сәй эсеүе күңелле икән шул! Олатайым әйтмешләй, эшләп ашаһаң, ризыҡ тәмле була.
Мал ял иткән арала беҙ олатайымдың һөйләгән әкиәттәрен, әрмелә булған саҡтарындағы мажараларын рәхәтләнеп, йәшел үләндә ҡырын ятып тыңланыҡ. Шулай көндөң үткәне лә һиҙелмәне.
Иртәгеһенә өлгөргән картуфты йыйыштыҡ. Уңыш та нисауа уңған! Шаяра-ярыша тиҙ генә йыйҙыҡ ул. Хатта өлкәндәр картуфты ҡаҙып өлгөрә алмай башланы. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Шулай итеп, картуф үҫкән ерен ҡалған сүп-сарҙан да таҙартып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйҙыҡ инде.
Ошо каникулымдағы матур, иҫтәлекле хәтирәләрем ҡышҡыһын күңелемде гел йылытып торор әле. Быйылға хуш бул, йәйем!
Данир ИХСАНОВ, III cиныф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Өйәҙетамаҡ мәктәбе.