

“Тәзкирә өләсәйем малдарҙы, кешеләрҙе дауалау һәләтенә эйә ине. Эс, арҡа һыланы, һөлөк һалды һәм кендек инәһе лә була ине. Үҙен дә дауаланы, һәр ваҡыт үлән йыйып, төнәтмәләр эсә ине. Бала саҡта өләсәйемдең ошо эшмәкәрлегенә көлөп кенә ҡарай инем, йәнәһе, тик рәсми медицина ғына дөрөҫ дауалай. Нишләп өйрәнеп ҡалманым икән, тип хәҙер үкендерә инде. Арпа өшкөрөүҙән башҡа әллә ни һәләт юҡ. Тик, барыбер, ҡан аша тапшырылған микән, үлән йыйыу – иң яратҡан шөғөлөм. Был эшем март айынан ҡайын бөрөһөнән башлап, октябрҙә андыҙ тамырына тиклем дауам итә. Үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙа үҫкән үләндәргә етәме һуң?!”
Фото: vk.com