+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
5 Сентября 2022, 06:15

Дүртенселәргә — "бишле"!

Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының IV «Б» синыфы уҡыусылары маҡтауға лайыҡ.

Дүртенселәргә — "бишле"!Дүртенселәргә — "бишле"!
Дүртенселәргә — "бишле"!

 Улар август айының һуңғы көндәрендә ойошторолған хеҙмәт лагерында әүҙемлек күрһәткән. Белем усағының тирә-яғын йыйыштырып, йәшелсә-сәскәләргә һыу ҡой­ғандар.
Тағы ла «Беҙ – тәбиғәт яҡлы!» тигән акция ойоштороп, Иванай баҡсаһындағы шишмә буйҙарын сүп-сарҙан таҙартҡандар. Бар тирә-яҡ матурайып, балҡып киткән. Балалар үҙҙәре лә башҡарған эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалған. Бигерәк тә Инсаф Нурисламов, Джанетта Сабитова, Самира Ислам­ғолова менән Алина Борхатова тырышып эшләгән.
Афариндар! Гел шулай тырыш, өлгөлө булып ҡалығыҙ, йәме!

З. ӘҘЕҺӘМОВА.
Дүртөйлө ҡалаһы.

Дүртенселәргә — "бишле"!
Дүртенселәргә — "бишле"!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас