+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
20 Сентябрь 2022, 15:55

Үҙебеҙ үҫтергән тәмлерәк

Беҙ «Йәйғор» балалар баҡсаһында үҙебеҙ йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ.

Үҙебеҙ үҫтергән тәмлерәк
Үҙебеҙ үҫтергән тәмлерәк

Әйтергә кәрәк, йыл да бәләкәй генә ерҙән дә мул уңыш алабыҙ. Баҡсабыҙҙа тәрбиәселәр генә түгел, кескәйҙәр тырышлыҡ күрһәтә. Кишер, сөгөлдөр, редиска, ҡабаҡ, төрлө емеш-еләк ныҡ уңды. Ашнаҡсы апайҙары балаларҙы тәмле һуттар, төрлө салаттар менән һыйлай.
Быйыл беҙ «Нәркәс» төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән бергә ҡыяр сәсеп, үҫтереп, мул уңыш йыйып алдыҡ. Кескәйҙәр үҙҙәренең эш һөҙөмтәһен күреп, ныҡ һөйөндө.

Рәсилә АСҠАРОВА.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: