+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
6 Октября 2022, 10:45

Мунсаҡ тауы ҡайҙа урынлашҡан?

Мунсаҡ тауы Баймаҡ районы Күгиҙел ауылының көньяғында ҡалҡып тора. Бейеклеге – 895 метр.

Мунсаҡ тауы ҡайҙа урынлашҡан?Мунсаҡ тауы ҡайҙа урынлашҡан?
Мунсаҡ тауы ҡайҙа урынлашҡан?

...Ирәндек тауҙары араһында бер байҙың йәйләүе булған. Ә уның бик һылыу бер ҡыҙы ла бар икән. Йәйләүгә килгән кешеләр был ҡыҙҙың матурлығына һоҡланған. Уны һоратып, бик күп яусы килгән. Бай улдары уны үҙҙәренә кәләшлеккә алырға хыялланған. Тик ҡыҙҙың атаһы ҡалымды бик күп биреүсе байға икенсе ҡатынлыҡҡа бирергә булған. Ә ҡыҙы бер көтөүсе егеткә ғашиҡ икән. Улар осрашып, дуҫлашып йөрөгән. Үҙен яратмаған кешегә кейәүгә бирергә булғас, ҡыҙыҡай тау аша егете янына ҡасып китә. Уны артынан ҡыуа төшкәндәр. Ҡыҙҙың муйынсағы өҙөлөп, гәрәбәләре ергә һибелгән. Ҡыҙ уларҙы йыйып ултырғанда килеп тотҡандар. Атаһы ҡыҙҙы байға кейәүгә биргән. Шунан алып тауҙы Мунсаҡ тауы тип йөрөтә башлағандар. Был тауҙа әле лә мунсаҡтың гәрәбәләре табыла, имеш.

Закирйән Мусин.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас