

Төрлө төҫкә буялған.
Зифа буйлы аҡ ҡайындар
Һарынан шәл ябынған.
Ялҡынланып янып тора,
Юл ситендәге миләш.
Сыҙамай ҙа алдым өҙөп,
Шул миләштән бер тәлгәш.
Ҡоштар китә теҙелешеп
Көҙ көнө йылы яҡҡа.
Яҙ етеү менән ҡайтырҙар,
Һағынып тыуған яҡҡа.
Вәсилә Әйүпова, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Фото: vsegda-pomnim.com