+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
11 Октября 2022, 07:05

"Башҡортостан йөрәге"н күрҙек

Синыф етәксебеҙ Люциә Муллайән ҡыҙы Фәйезова «Мәктәп туризмы» проекты буйынса сәйәхәткә сығасағыбыҙҙы әйткәс, был көн еткәнен бөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көттөк. Тур «Баш­ҡортостан легендалары» тип атала. Маршруты – «Уҡлыҡая – Красноусольск – Стәрлетамаҡ». Уҙған аҙна аҙағында сәйәхәткә сығып, онотолмаҫлыҡ бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Прог­рамма буйынса саралар, урындар алмашынып ҡына тора, күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ. Республиканың бик иҫтәлекле ерҙәрен күрҙек, күренекле шәхестәр менән осраштыҡ.

Ғафури районындағы «Баш­ҡорт­остан йөрәге» тигән этно-туристик комплекста беҙҙе баш­ҡорт милли кейемдәрендәге ансамбль халыҡ йыр-бейеүҙәре менән оло ҡунаҡтар кеүек итеп ҡаршы алды. Шунан башҡорт тирмә­һенә оҡшатып эшләнгән йортҡа индек. Ә унда оҫта музыканттар­ҙың ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, думбырала уйнағанын тыңланыҡ. Был музыка ҡоралдарын тотоп, уйнап ҡарарға ла рөхсәт иттеләр. Кемдең күңеленә ҡайһыһы яҡын, алып көй сығарып маташты. Беҙ­ҙе бигерәк тә милли музыка ҡоралдары яһау оҫтаһы Илһам Байбулдин һоҡландырҙы. Ул – Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, республика ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-при алған.
Уҡлыҡаяны ла күрҙек, уның тарихын белдек. Шунан Еҙем йыл­ғаһы аша һалынған аҫмалы күперҙән сығып, «Башҡортостан йөрәге» тип аталған тарихи урын­ға барҙыҡ. Республиканың үҙәге Ерек ауылында икән, быны ғалимдар иҫәпләп сығар­ған. Баш­ҡортостандың геогра­фик үҙәген күреү бик ҡыҙыҡлы булды.
Артабан – «Красноусол» шифаханаһы, ундағы төрлө инештәр, «Алла Анаһы Табын» иконаһы... Тағы Ғафури ерендә ике «алтын ҡаҙаҡ» бар. Геологтар тау киҫелешен тикшереп, тау тоҡомдарының ныҡ боронғо булыуын рәсми иҫбатлаған урындарға «алтын ҡаҙаҡ» ҡағыла икән. Тәбиғәт бик матур!
Кискә табан Стәрлетамаҡҡа юлландыҡ. Унда ҡаланың дәүләт театр-концерт берләшмә­һендә йыр, бейеү, ҡурай моңдарынан торған тамаша ҡараныҡ. Бик оҡшаны. Шунан инде «Оазис» ҡунаҡханаһына киттек.
Икенсе көнөнә күмәкләп Торатауға мендек. Һәр кемдең күңелен ғорурлыҡ той­ғоһо биләп алғандыр. Эйе, беҙ еңдек, Торатауҙың түбәһенә тиклем күтәрелдек! Унан тирә-яҡты күҙәттек. Был ваҡиға бер ҡасан да онотолмаҫ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйлап та экскурсия булды. Бик күп боронғо биналар һаҡлан­ған унда. Архитектура ҡо­март­ҡыларына һаҡсыл ҡарай­ҙар икән, элекке биналарҙы һаҡлап, төҙөкләндергәндәр. Ҡасандыр Тимур командалары штабы булған йортто ла күр­ҙек, унда әле лә уҙған быуаттағы кеүек энтузиастар эшләй.
Ике көнлөк экскурсиянан бай тәьҫораттар, Башҡортостан тураһында файҙалы мәғлүмәттәр алып ҡайттыҡ. Был сәйәхәт «Мәктәп туризмы» программаһы буйынса бушлай ойошторолдо. Ошондай мөмкинлек өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына, турҙы ойоштороусы «Тархан» ойошмаһына ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.


Тимур ҒӘЗИЗОВ, VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.

"Башҡортостан йөрәге"н күрҙек
"Башҡортостан йөрәге"н күрҙек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас