+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
17 Октябрь 2022, 10:45

Ҡурсаулыҡ һоҡландырҙы

Беҙҙең Белорет ҡалаһының йәш натуралистар станцияһына “Ирәмәл” тәбиғәт паркы һәм Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы белгестәре килде.

Белорет ҡалаһы ҡуйы урман-тауҙа урынлашҡан. Гүзәллекте күрәм тиһәң, алыҫ йөрөргә кәрәкмәй. Шулай ҙа белгестәрҙең  йөкмәткеле тәбиғәт ҡурсаулыҡтары тураһында һөйләүен яратып тыңланыҡ. Күптәребеҙ был биләмәләрҙә булғаны юҡ икән.

“Ирәмәл” тәбиғәт паркы методисы Елена Ғайназарова башҡорттар өсөн изге тип һаналған тау тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Һирәк осраған үҫемлектәр, хайуандар хаҡында күп мәғлүмәт алдыҡ.

Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығы методисы Гүзәл Бәхтийәрова фото-тоҙаҡтарҙың видеоларын күрһәтте. Ҡырағай хайуандарҙы яҡындан күргән кеүек булдыҡ. Һирәк үҫемлектәр тураһында ла мәғлүмәт оҡшаны.

Йәш экологтар белгестәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. “Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр”, тигәндәр бит.  Беҙ ҙә яҙғыһын көндәр йылыныу менән Ирәмәл тауына ла, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына ла походҡа барып килербеҙ, тип ниәтләп ҡуйҙыҡ киләсәккә.

 

Арина Лутова, йәш эколог.

Белорет ҡалаһы.

Фото: web.whatsapp.com

Ҡурсаулыҡ һоҡландырҙы
Ҡурсаулыҡ һоҡландырҙы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас