+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
22 Октябрь 2022, 14:00

Миләш, миләш...

Миләштә аскорбин кислотаһы күп. Шуға ул тән температураһын төшөрөргә ярҙам итә. Йүтәлдән дә ярҙам итә. Миләштә бактериялар артыуға ҡаршылыҡ булдырыусы еләк-емеш кислоталары күп.

А витамины һаны буйынса миләш кишерҙән ҡалышмай. Көн һайын бер аш ҡалағы миләште (ҡайнатмаһын да ярай) йогурт, ҡатыҡҡа ҡушып ашай алаһығыҙ. Сөнки бета-каротин һөт майҙары менән яҡшыраҡ үҙләштерелә. Күҙ күреме өсөн айырыуса яҡшы.

Миләштә нерв системаһын нығытырға ярҙам итеүсе, стрестарҙан һаҡлаусы, йоҡоно яҡшыртыусы В төркөмө витаминдары бар. Миләш ҡандың ойоусанлығын яҡшыртыусы К витаминына бай. Тромбоз ҡурҡынысы булғанда уны ашамағыҙ.

Әселеге бөтһөн, тиһәгеҙ, миләште беренсе ҡырау төшкәндән һуң йыйырға кәрәк. Бындай емеште шунда уҡ эшкәртергә кәрәк. Алдан йыйған миләште бер-нисә тәүлек туңдырғыста тотоп, тәмләндерергә була.

 

Сығанаҡ: vk.com

Фото: sad365.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: