+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
1 Ноябрь 2022, 13:25

Ҡырпағай һынамыштары

1 ноябрь көн йылы булһа, ҡыш йылы килер.

5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ятыр.

8 ноябрь иртәнән бәҫ — ҡарлы ҡышҡа ишара.

14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ.

30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндөрмәҫ.

Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.

Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һыуытыр.
Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.

Фото: mtdata.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: