+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Ноябрь 2022, 14:40

Ҡуяндар ҡарай Лиә

Ҡуяндар менән ғәҙәттә малайҙар ҡыҙыҡһына, тип күнеккәнбеҙ. Ә бына Әбйәлил районының Мораҡай ауылында был шөғөлдө үҙ итеүсе бер шәп ҡыҙҙы осраттыҡ. Ул – Лиә Исҡужина.

Ҡуяндар ҡарай Лиә
Ҡуяндар ҡарай Лиә

– Ҡуяндарымды шул тиклем яратам. Бигерәк илгәҙәк, теремек, шуҡ йән эйәләре бит улар. Күптән түгел генә алһаҡ та, ныҡ өйрәндем. Шеш­ҡолаҡтарым да миңә эйәләште, ҡур­ҡып тормайҙар, иркәләгәнде яраталар. Үҙҙәрен кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, бесән, бойҙай менән һыйлайым. Ҡустым да ярҙамлаша. Әлегә икәү генәләр, киләсәктә үрсеп китерҙәр әле, – тип һөйләй ул йомшаҡҡай дуҫтары хаҡында. Ата-әсәһе лә ҡыҙҙарының был шөғөлөн хуп­лай, һәр саҡ ҡеүәтләп, кәрәк саҡта кәңәштәрен биреп, ярҙам итешеп торалар.
Ҡуяндар яратҡан ҡыҙ Яңы Балапан мәктәбендә VIII синыфта белем ала. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Мәктәп, район кимәлендә уҙғарылған төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, синыфтарында староста ла икән үҙе.
Ҡул эштәренә лә оҫта ул. Бешеренергә лә әүәҫ. Яҡындарын телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Бигерәк тә торттары шәп килеп сыға икән.
Әйткәндәй, Лиә күп балалы ғаиләлә үҫә. Ата-әсәһе Люциә Ислам ҡыҙы менән Фәнис Рәйес улы Исҡужиндар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Лиәнең Мир исемле ағаһы, Аяз һәм Әйүп исемле ҡустылары бар. Үҙ-ара дуҫ, татыуҙар улар.
Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, хеҙмәт һөйөп үҫкән уңған ҡыҙ һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл. Яҡындары өсөн генә түгел, ҡуяндары өсөн дә йән атып торған Лиәгә бәхетле киләсәк теләйек.

Ю. БАТЫРОВА.

Ҡуяндар ҡарай Лиә
Ҡуяндар ҡарай Лиә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: