+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
8 Ноябрь 2022, 11:30

Тәүге ҡар

Бөгөн тәүге ҡар яуҙы... Күреп ҡалыу менән йүгереп тышҡа сыҡтым. Эре ҡар бөртөктәре сәстәремә, керпегемә ҡунды. Мин, ынйы бөртөктәрен тотоп ҡалырға теләгәндәй, ҡулдарымды һондом. Ә улар йылы устарыма төшкәс, шунда уҡ иреп, юҡҡа сыҡты. Ә ҡулдарым еүешләнде.

Тәүге ҡар
Тәүге ҡар

Йылылыҡ бөркөлгән битемде лә иркәләне ҡар бөртөктәре. Шундай рәхәт, һоҡланғыс! Матурлыҡҡа хайран ҡалып, гәрәбәләй ап-аҡ ынйы бөртөктәрен күҙәткән арала ҡараштарым аяҡ аҫтына төбәлде. Унда ваҡ ҡына ниндәйҙер тәпәй эҙҙәре ярылып ята. Баҡтиһәң, сысҡандыҡы икән улар.
Йәһәт кенә өйҙәге эштәрҙе башҡар­ҙым да һеңлем менән кире тышҡа сыҡтыҡ. Шул арала ер өҫтө ап-аҡ юрған менән ҡапланған, тиерһең! Тирә-яҡта сафлыҡ, паклыҡ! Япраҡтары ҡойолоп өлгөрмәгән һап-һары ағастар ҙа ҡар менән ҡапланып, күҙҙең яуын алып ултыра.
Матурлыҡҡа һоҡланып бер килке баҫып торғас, һеңлем менән епшеккә әйләнгән ҡарҙан Ҡар бабай һыны эшләп ҡуйҙыҡ. Үҙенә күрә йәтеш кенә килеп сыҡты. Уның янына Ҡар фәрештәһен дә әүәләнек. Мауығып китеп, көн кискә ауыш­ҡанын да һиҙмәгәнбеҙ. Әсәйем өйгә саҡырмаһа, һаман да уйнап йөрөр инек. Ошо илаһи көндән ҡәнәғәт ҡалып, тағы ла күберәк ҡар яуыуын телә­нек. Тиҙҙән сана, конькиҙарҙа ла елдерербеҙ әле! Шундай изге хыялдар менән татлы йоҡоға киткәнмен.
Икенсе көнө иртән тороуыбыҙға кисәге яуған ҡар иреп бөткән дә ҡуйған. Күңелемде һағыш сорнап алды. Улай булыр, тип һис тә уйламағайным. Ниһайәт, ҡыш етте тиһәм, был шаяртыу ғына булған төҫлө. Ҡарлы миҙгелде һағынғанымды аңланым. Сәй эскәндә быны әсәйем дә һиҙеп ҡалды:
– Тиҙҙән күп итеп ҡар ҙа яуыр, ҡыш та килер, туйғансы саф һауала ла йөрөп кинәнерһегеҙ. Тик донъялар ғына тыныс торһон. Ил һаҡларға киткән ағайҙарығыҙ иҫән-һау ҡайтһындар, – тип мине тынысландырҙы.
Ысынлап та, күк йөҙөбөҙ аяҙ, көндәребеҙ матур, тыныс булһын, тип теләнем. Һәр бер миҙгелгә ҡыуанып, һәр бер көндөң ҡәҙерен белеп, барыбыҙға ла бәхетле йәшәргә яҙһын!

Айнагөл ХАФИЗОВА.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Фото: proza.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: