+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
3 Декабрь 2022, 15:30

Урман гиҙергә яраталар

Әле һеҙ һүрәттә күргән был ике малай урман гиҙергә ярата. Бәләкәй булһалар ҙа, уларҙы буш һәм ял ваҡыттарында тәбиғәт ҡосағында осратырһың. Эргәләрендә гел яратҡан эттәре Рекс та йөрөр. Малайҙар­ҙың тоғро дуҫы ла, ышаныслы һаҡсыһы ла.

Белорет ҡалаһы ситендәге биҫтәлә йәшәгән Гөлфиә һәм Наил Мөхәмәтдиновтарҙың улдары бит улар. Ғаиләләрендә 3 бала үҫә. Иң өлкәне Батырхан ҡалалағы 14-се гимназияның VI синыфында белем алһа, Наҙгөл – Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гиназияһының IV синыф уҡыусыһы. Иң бәләкәйҙәре – дүрт йәшлек Баййегет башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй.
– Ғаиләбеҙ менән сәләмәт тормош яҡлыбыҙ. Туҡланыуға ла ҙур иғтибар бирәм. Балаларым бәләкәйҙән ниндәй ризыҡ файҙалы икәнен белеп үҫергә тейеш, тип һанайым. Беҙҙең ғаиләлә ял көнө берәү ҙә телефон менән мауыҡмай. Быны тәртип итеп алғанбыҙ. Күберәк саф һауала булырға тырышабыҙ. Ҡышҡыһын балалар рәхәтләнеп саңғыла шыуа, өйҙә түгел, тышта уйнай, – тип һөйләй уларҙың әсәһе.
Балаларҙың барыһы ла аҙнаһына 3 тапҡыр үҙҙәрендәге «Яугир» исемле спорт секцияһына йөрөй икән. Тағы ла инглиз теленән өҫтәмә дәрес алалар. Ә Наҙгөл бейеү менән дә шөғөлләнә.
Батырхан, Баййегет һәм Наҙгөл ата-әсәһе менән Рәз тауына, Еләкташҡа, Ҡыраҡаға менеп төшкән. Улар тәбиғәтте күҙәтергә, ҡоштар, йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһын нығыраҡ белергә тырыша.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: