+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Декабрь 2022, 09:45

Быуабыҙҙы һаҡларға тейешбеҙ

Хәҙерге заманда тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе киҫкен тора. Үҫеп килеүсе быуынды ошо байлығыбыҙҙы юғалтмаҫҡа өйрәтеү зарур. Булғанды һаҡлау, хатта тәбиғәт ҡалдыҡтарын да дөрөҫ ҡулланыу һәм, ғөмүмән, тирә-яғыбыҙға һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән баш ҡалабыҙҙың Совет районында «Экологик карта» проекттар конкурсы иғлан ителде. Тәүге тапҡыр ойошторолғанғамы, дүрт кенә ойошма уҡыусылары ҡатнашырға теләк белдергәйне. Шуныһы ҡыуандырҙы – улар етди әҙерләнеп килгән.

Райондың 95-се, 108-се мәктәптәре, «Друж­ный», «Эколог» үҙәктәре командалары, үҙҙә­ре менән таныштырып уҙғас, викторина һо­рауҙарына яуап бирҙе, проекттарын яҡланы.
– Беҙ Сәғит Агиш урамында урынлашҡан быуаны һаҡлау маҡсаты менән сығыш яһаныҡ. Уға ағып төшкән шишмәнән ҡасандыр һыу алып эскәндәр. Хәҙер эргәлә бейек-бейек йорттар төҙөлә, кескәй быуабыҙ һайыға, бысрана. Шунда килгән ҡыр өйрәктәренең төйәген ташлап китергә теләмәүе ҡыуаныслы, әлбиттә. Кешеләр һыу ятҡылығын бысратмаһын ине, – ти 108-се мәктәптең VI «Г» синыфы уҡыусылары Диана Әхмәтгәрәева, Әҙилә Юлдыбаева, Сафина Халиҡова, Дияр Фазлетдинов һәм Агагасан Ахундов. Гөлнара Сабир ҡыҙы Ниғмәтуллина етәкләгән тап ошо команда еңеү яуланы ла инде (һүрәттә).
Изге бурыстарығыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын, тәбиғәт киләсәге – һеҙҙең ҡулдарҙа бит!

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: