+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Декабрь 2022, 16:40

Фәтҡуллиндарҙың шәхси фермаһында

Мәктәбебеҙҙә ял, каникул ваҡыттарында ла балалар тауышы тынмай. Спорт залының ишеге һәр көн асыҡ була. Унда волейбол, баскетбол, футбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса секциялар эшләй. Малайҙар һәм ҡыҙҙар шунда барып рәхәтләнеп шөғөлләнә. Улар «Тарихи сәйәхәт», «Дуҫлыҡ – тылсымлы һүҙ», «Уңғандар һәм етеҙҙәр» тигән интеллектуаль уйындарҙа ла теләп ҡатнаша.

Шулай ҙа иң ҡыҙыҡлыһы синыф менән бергәләп экскурсияға сығыу­ҙыр ул. Көҙгө каникулда VIII «А» синыфы етәкселәре Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Ишкилдина менән районыбыҙҙың Үрге Бик­ҡужа ауылында булып ҡайтты. Унда бағыр үрсетеү менән шөғөлләнгән Ләлә һәм Ғаяз Фәт­ҡуллиндарҙың шәхси фермаһын күргәндәр. Балаларға улар менән осрашыу ныҡ оҡшаған. Был ғаилә, ысынлап та, күптәргә өлгө булырлыҡ. Уңған­дар, егәрлеләр, өлгөрҙәр. Фәтҡуллин­дар кәзә, йылҡы малы үрсетә, ҡымыҙ етештерә, баҡсасылыҡҡа ла тотонған. Әйткәндәй, уларҙың пони, күркә, мысыр тауығы, тауис ҡошо ла бар.
Фәтҡуллиндар районыбыҙҙа агротуризм йүнәлешен дә яйға һалған. Йомағужа һыуһаҡла­ғысы ярты саҡырым алыҫлыҡта ғына, унда туристар күп килә. Хатта Мәскәүҙән дә, сит илдәрҙән дә. Яҡын булғас, өлкәндәр Фәт­ҡуллиндарҙың да хужалығын күреп, балыҡ ҡармаҡлап ял итһә, ә балалары йорт хайуандары, ҡоштары менән таныша. Беҙҙең мәктәп уҡыу­сылары шунда булып, күпте күреп, һоҡланып ҡайтты. Үҙҙәрен ҡыҙыҡ­һындырған төрлө һорауҙарына яуап та алдылар.
Һигеҙенселәр өсөн сәйәхәт файҙалы, иҫтәлекле булды. Улар менән:
– Тағы ла килегеҙ, – тип хушлашты Фәтҡуллиндар.

Гөлкәй АЛЛАБИРҘИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Күгәрсен районы, Мораҡтағы 1-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: