+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
11 Декабрь 2022, 09:50

Тағараҡтар яһап элделәр

«Йәйғор» кескәйҙәр төркөмө балалары ата-әсәләре ярҙамында ҡоштарға тағараҡтар эшләне. Уларҙы ҡыҙҙар, малайҙар балалар баҡсаһындағы, үҙҙәренең өйҙәрендәге ағастарға элеп, ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы көн дә һыйлай.

Тағараҡтар яһап элделәр
Тағараҡтар яһап элделәр

Кескәйҙәр ем һалғас, ҡоштарҙы ситтән генә күҙәтә. Ысынлап та, ҡарап тороуҙары ҡыҙыҡ та ул. Ана, бер ҡошсоҡ тағараҡҡа килеп ҡунды ла ризыҡты тәмләп ҡарағас, бүтәндәрҙе саҡырырға тотондо. Шуны ғына көткәндәй, күмәкләп йыйылып киттеләр. Сыр-сыу килеп һыйландылар.
Бәләкәй генә булһалар ҙа, ҙур эш башҡарҙы кескәйҙәр. Уларға маҡтау һүҙҙәре әйтке килә.
Аяз: «Асыҡмаһын өсөн ҡоштарға тағараҡтар эшләргә кәрәк. Миңә уны атайым яһап бирҙе».
Агата: «Әсәйем көн дә ҡоштар өсөн ем, орлоҡтар һалып ебәрә. Мин ҡоштарҙы һыйларға яратам».
Самир: «Тағараҡты миңә ҡартатайым эшләп бирҙе һәм беҙ уны балалар баҡсаһындағы ағасҡа элеп ҡуйҙыҡ».
Рената: «Ҡоштар асыҡмаһын өсөн тағараҡтарға ем һалып торорға кәрәк. Һыуыҡта уларға ҡыйын бит».
Авзал: «Ағайҙарым менән ҡоштарҙы икмәк валсығы, ем менән һыйлайбыҙ. Тағарағыбыҙ баҡсабыҙҙы биҙәп тора».

Гөлназ НАЗАРОВА,
«Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: