+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Ғинуар 2023, 10:10

Йәшәһен ине шыршылар...

Яңы йыл. Барыбыҙҙың да иң яратҡан байрамы иң күп сүп-сар йыйылған осор булып та торалыр, моғайын. Шыршыларҙы ғына алайыҡ. Күптәр өйөнә урмандан ҡыр­ҡып алып ҡайтылғанын ултыр­тырға тырыша. Байрам үттеме, уны урамға сығарып ташлайҙар.

Шыршыларға - ғүмер! Аида ДӘҮЛӘТКИЛДИНА, 9 йәш. Белорет районы Туҡан ауылы.
Шыршыларға - ғүмер! Аида ДӘҮЛӘТКИЛДИНА, 9 йәш. Белорет районы Туҡан ауылы.

 Һуңғы йылдарҙа йәшел шыршыны артабан эшкәртеү өсөн ҡалаларҙа ҡабул итеү пункттары эшләй, әммә унда барыһы ла алып барамы ни. Икенсенән, күпме яңы йыл тәтәй­ҙәре һатып алабыҙ, байрам уҙһа, уларҙың да күбеһе сүп-сарға ырғытыла. Тағы Яңы йыл табынына тип, саманан артыҡ ризыҡ әҙерләп, иҫкертеп сығарып ташлау ғәҙәтен дә онота алмайбыҙ. Ярай инде ауыл ерендә малға ашатаһың.
Күпме шыршы, ҡарағай ағастары киҫелеүе йәл. Ошо йәһәттән Белорет районында декабрь башынан «Йәшә, шыршы – 2022» тигән акция үткәргәндәр. Маҡсаты – Яңы йылды мотлаҡ тере шыршы менән ҡаршылауға бәйле йолаға ҡаршы сығыу, экологияла мөһим әһәмиәткә эйә бул­ған йәш ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау. Балалар араһында өс конкурс ойошторолған: ижади эштәр, экореклама, плакаттар. Тәбиғәтте яҡлаусылар төрлө материалдарҙан шыршы яһап күр­һәткән, һүрәттәрендә был ағастарҙы киҫмәҫкә өндәгән. Һуңынан конкурс шарттары буйынса һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнгән.
Әйткәндәй, ошо уҡыу йылы башында Президент Владимир Путин илдә йәш натуралистар хәрәкәтен йәнләндерергә кәрәклеге тураһында белдергәйне. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда йәш натуралистар станциялары ла һынылыш кисерҙе, әммә ҡайһы бер урындарҙа уларҙы һаҡлап алып ҡалдылар. Белорет ҡалаһында ла ул бар икән. Йәш экологтар тәбиғәтте һаҡлау буйынса өлгөлө эш алып бара. Мәҫәлән, 2022 йылда белореттарҙың «ЮНовости» экологик-мәғариф проекты илебеҙҙең «Йәшел премия»һы лауреаты булды. Йәш натуралистар үҙҙәре башҡарған матур эштәр тураһында видеолар төшөрә. 2019 йылда «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» тигән өлөшө буйынса грантҡа эйә булып, видеокамера һатып алғандар. Шунан һуң «ЮНовости» барлыҡҡа килгән. «Бәйләнештә» селтәрендәге видеоларын күптәр яратып ҡарай. Уҡыу­сылар үҙҙәре үткәргән төрлө саралар тураһында һөйләп кенә ҡалмай, халыҡтың иғтибарын тәбиғәтте һаҡлау мәсьә­ләләренә лә йүнәлтә.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: