+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
10 Ғинуар 2023, 12:38

Шыршыларҙы ташламағыҙ!

Яңы йыл үтте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә йәшел һылыуҡайҙар урамға сығарып ташланды. Байрам биҙәге тип алынған шыршы, ҡарағайҙарҙы эшкәртергә тапшырырға мөмкин бит. Өфөлә 2018 йылдан ошо йүнәлештә экологик акция ойошторола.

Шыршыларҙы ташламағыҙ!
Шыршыларҙы ташламағыҙ!

 Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл да ял көндәрендә - 21, 22, 28, 29 ғинуарҙа ҡаланың төрлө райондарында 12 майҙанда шыршыларҙы эшкәртеү өсөн тапшырырға мөмкин буласаҡ.  Ленин районы буйлап "Шыршымобиль" йөрөп, шыршы, ҡарағайҙарҙы йыйып аласаҡ. Шунда уҡ уйындар, викториналар үткәреләсәк. 

21 ғинуарҙа 12.00-нән 16.00 сәғәткә тиклем бөтә майҙансыҡтарҙа ла шыршы тапшырған өсөн мандарин таратыласаҡ. Йәшел һылыуҡайҙар эшкәртелеп, артабан төҙөлөш материалдары, ишек, төрлө йорт йыһаздары эшләү өсөн файҙаланыласаҡ.  

Фото: ufacity.info.

Шыршыларҙы ташламағыҙ!
Шыршыларҙы ташламағыҙ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: