+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
15 Ғинуар 2023, 10:30

Нимә ул анималотерапия?

Хайуандар ярҙамында дауаланыу шулай атала. Латинса «animal» хайуан тигәнде аңлата. Бесәйҙәрҙең, аттарҙың дауалау көсөнә эйә булғанын һеҙ ишетәһегеҙҙер ҙә инде. Ә бына эт, аквариум балыҡтары, тутыйғош, өй турғайы һәм башҡа ҡоштарҙың, алйырҙан, сысҡан, йорт ҡуяндарының да шундай мөғжизәле булыуҙарын, бәлки, белеп тә бөтөрмәйһегеҙҙер.

Нимә ул анималотерапия?
Нимә ул анималотерапия?

Эттәр

Әйҙәгеҙ, һүҙҙе уларҙан башлайыҡ. Кинотерапия бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә ярҙам итә. Ҡала ерендә йәшәүселәр эттәрен урамға йөрөтөргә сыҡҡанда үҙҙәре лә хәрәкәт итә, саф һауа һулай. Бындай дауаланыу артыҡ ауырлыҡтан, стрестан, йөрәк һәм ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан, ревматизмдан, атеросклероздан ярҙам итә.
Эттең теле – бына тигән антисептик. Унда булған лизоцим тигән матдә бактерияларҙан һаҡлай һәм яраларҙы уңалтырға ярҙам итә.
Эттәрҙе грелка урынына ла файҙаланырға мөмкин. Улар йылытып ҡына ҡалмай, ә ауыртыныуҙы ла баҫа, радикулит һәм остехондроздан шифаһы тейә.
Ауыл ерендә лә ҡышҡыһын урамда ҡал­ған бесәйҙәр эттәр ояһына инеп йылына.
Улар тома һуҡырҙарға ла күҙҙәрен «алмаштыра», юл аша алып сыға.
Эттәрҙе төрлө эштәргә лә, һөнәрҙәргә лә өйрәтергә була. Мәҫәлән, шундай осраҡ билдәле. 80 йәшлек яңғыҙы йәшәгән ҡарт сирләп китә. Күршеһе ярҙам итеп йөрөй. Бер ваҡыт ул дарыуханаға барырға булғас, ҡарттың эте лә эйәрә һәм хатта кире юлда дарыуҙар һалынған пакетты ауыҙына ҡабып үҙе алып ҡайта. Бер нисә көндән күршеһе тағы ла да­рыу­ҙар алырға тип ҡартҡа инһә, ул, бына барып килде инде, тип әйтә. Баҡһаң, бабай дарыуҙар исемлеген яҙып, пакетҡа аҡса һалып, этен ебәрә. Ә тегеһе, бер бар­ған юлды хәтерләп, йомошон үтәп ҡайта.
Бына шулай, дуҫтар. Эттәрҙең аҡыллы һәм тоғро хайуан булыуы тураһында бик күп миҫалдар килтерергә мөмкин.

Алйырҙан, сысҡан, йорт ҡуяны

Улар менән аралашыу быуындар ауыртыуын еңелләштерә. Үҙ-үҙенә бикләнгән, үҙҙәренә ышаныстары булмағандарға сит-ят кешеләр менән бәйләнешкә инеүҙә ярҙам итәләр. Бигерәк тә мәктәптә конфликт тыуҙырыуға сәбәпсе булған балаларға ошо йәнлектәр менән аралашырға тәҡдим ителә.


Аквариум балыҡтары

Төрлө төҫтәге балыҡтарҙың талғын ғына итеп хәрәкәтләнеп йөҙөп йөрөүҙәре стресты һәм көсөргәнеште бөтөрә. Улар астма һәм һалҡын тейеүҙән дауалай. Аквариумдағы һыу парға әйләнеп, өйҙәге һауаны дымландыра, ә был иһә, үҙ сиратында, һаулыҡ өсөн файҙалы. Ҡоро һауа тын юлдарына зыянлы, тимәк, инфекцияларға үтеп инеү хәүефе арта.
Балыҡтарҙы күҙәтеү нейродермитты дауалағанда ла файҙалы. Улар сирленең туҡтауһыҙ тире ҡысыуын ваҡытлыса оноттороп то­ра.


Тутыйғош, өй турғайы һәм башҡа ҡоштар

Ҡоштар баш ауыртыуынан ярҙам итә, кәйефте күтәрә, көсөргәнеште бөтөрә. Тутыйғош менән өй турғайын бигерәк тә оҙаҡлап түшәктә ятҡан кешеләргә йәки депрессиянан яфаланыусыларға тәҡдим итәләр.


Ат

Иппотерапияның хәрәкәт органдары һәйбәт эшләмәгәндә, атеросклероз, баш мейеһе йәрәхәтләнгәндә, полиомиелит, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре, сколиоз булғанда, аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалғанда фай­ҙаһы тейә.
Ул инсульт эҙемтәләрен бөтөрөргә булыша, артыҡ әүҙемлекте төшөрә, ҡуҙғыу­санлыҡты кәметә.
Һыбай йөрөгән саҡта кеше өс төрлө йүнәлештә бәүелә: уңға-һулға, алға-артҡа, өҫкә-аҫҡа. Былар хәрәкәтсәнлекте арттыра, тигеҙлекте һаҡлау тойғоһо үҫә, хәрәкәттәрҙе тигеҙләй.

Бесәй

Уларҙы грелка урынына файҙаланырға мөмкин. Артрит менән яфаланғанда ярҙамы тейә.
Бесәйҙәр нервыларҙы тынысландыра. Йөнөнән һыйпаһаң да көсөргәнеш үтә, ҡан баҫымын төшөрә, йөрәк тибешен көйләй.
Был ҡойроҡло «табиптар» айырыуса балаларҙың психикаһына яҡшы тәьҫир итә. Әгәр ғаиләлә бер бала икән, өйҙәгеләрҙең үҙенә ҡарата булған даими иғтибарынан уға еңел түгел. Нервы өйәнәге ҡуҙғыуы мөмкин. Көйһөҙләнә башлауы ла ихтимал. Өйҙәгеләр бесәйгә әүрәп, иғтибарын балаға ғына бүлмәй.
Ә һеҙҙең өйөгөҙҙә ниндәй хайуандар бар? Уларҙың ярҙамын тояһығыҙмы? Эттәр, бесәйҙәр менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрегеҙҙе яҙып ебәрегеҙ.
Ауыл балалары бигерәк тә һыбай йөрөргә әүәҫ. Аттар ҙа – бик аҡыллы хайуандар, тоғро дуҫтар. Эттәр ҙә, бесәйҙәр ҙә хужаларға тиҙ өйрәнә. Бәләгә ҡалғанда аттар ҙа, эттәр ҙә кешеләргә ярҙам иткән, янғын ваҡытында бесәйҙәрҙең хужаларын уятҡан осраҡтары хаҡында яҙып торалар. Эргәгеҙҙә тоғро дуҫтарығыҙ булһын.
Әгәр ҙә үҙегеҙ ярҙам итһәгеҙ, улар ҙа һеҙҙе бер ҡасан да ташламаҫ.

М. АЗАМАТОВ.

Фото: pravda.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: