+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Февраль 2023, 11:20

Тағараҡ элдек ҡоштарға

Ҡыш – беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бик ауыр миҙгел.

Тағараҡ элдек ҡоштарға
Тағараҡ элдек ҡоштарға

Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә. Ҡар-бурандар аҙыҡ табыуҙы ауырлаштыра. Ҡоштар ҡыҫҡа көндә тамаҡтарын туйҙырып өлгөрмәй. Һыуыҡ төндә ас, көсһөҙләнгән ҡоштар тиҙ туңып үлә йәки башҡа йыртҡыстарҙың аҙығына әүерелә.
Сатлама һыуыҡ көндәрҙең береһендә балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылының 1-се  мәктәбе уҡыусыларын экологик дәрескә саҡырҙы. Тәүҙә ҡоштар тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләнеләр, уларға ярҙам итергә саҡырҙылар.
Шуныһы ҡыуаныслы: балалар беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡышлауын, ниндәй һыйҙы яратыуҙарын да бик яҡшы белә. Шунан бергәләп пластик һауыттарҙан тағараҡтар эшләп китапхана янындағы ағастарға элделәр, ем һалдылар.
Әйткәндәй, балаларҙың күбеһе атайҙары менән тағараҡ эшләп баҡсалағы ағастарға элеүҙәрен һөйләне.
Туҡ ҡошҡа һыуыҡ көндәр ҡырҡыныс түгел. Яҡшы аҙыҡ эстән йылыта. Тағараҡта тамаҡ ялғап алған ҡош ағастарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа үҙенә тәбиғи аҙыҡ эҙләй башлар, тип ышанабыҙ.

Сәлимә БАЙГИЛДИНА.

Хәйбулла районы.

Тағараҡ элдек ҡоштарға
Тағараҡ элдек ҡоштарға
Тағараҡ элдек ҡоштарға
Тағараҡ элдек ҡоштарға
Тағараҡ элдек ҡоштарға
Тағараҡ элдек ҡоштарға
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: