-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
9 Февраль 2023, 11:15

Ҡоштарҙы һыйлайбыҙ

Быйылғы ҡыш бигерәк һыуыҡ килде. Бындай һыуыҡта ҡоштарға ныҡ ауыр.

Ҡоштарҙы һыйлайбыҙ
Ҡоштарҙы һыйлайбыҙ

Улар һыуыҡтан, аслыҡтан күпләп һәләк була. Шунлыҡтан кеше йәшәгән урындарға яҡын киләләр.
Беҙ, башланғыс синыф уҡыусылары, уларға ярҙамға ашыҡтыҡ. Мәктәп баҡсаһындағы ағастарға ем һалып тағараҡтар элдек. Ҡоштар ҡыуанышып тары, бойҙай, көнбағыш, икмәк валсыҡтары менән һыйланды.

Ә беҙ үҙҙәрен ситтән генә күҙәтеп торҙоҡ. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алыуыбыҙ күңелдәребеҙгә ҡыуаныс өҫтәне. Әйҙәгеҙ, күмәкләшеп ҡоштарға ярҙам итәйек, дуҫтар!

Розалина АҘНАҒОЛОВА, III синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.

 

Ҡоштарҙы һыйлайбыҙ
Ҡоштарҙы һыйлайбыҙ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: