+30 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
14 Февраля 2023, 11:45

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!

Ҡыш – урманда йәшәүсе ҡоштар һәм йәнлектәр өсөн иң ауыр мәл. Улар өсөн хатта сатлама һыуыҡ та әллә ни ҡурҡыныс түгел, ә бына аслыҡҡа түҙеүе бик ҡыйын.

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!

“Ҡоштарҙы ашат!” акцияһына ҡушылып, Бөрйән районының Ырғыҙлы  мәктәбе уҡыусылары төрлө-төрлө тағараҡтар яһаны. Һәр кем үҙенең тағарағы тураһында матур итеп һөйләп,  эшләшергә ярҙам иткән яҡындары хаҡында бәйән итте. Артабан уҡыусылар уларҙы Башҡортостан милли паркының “Ҡайынҡай” экоһуҡмағына элде.

Балалар һыйланырға осоп килгән ҡоштарға ҡарап шатланды. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ашарға алып килеп торорға һүҙ биреп, ҡыуанышып таралышты уҡыусылар.

Афарин, ырғыҙлылар!

 

Гүзәл ХӘКИМОВА, Башҡортостан милли паркы хеҙмәткәре.

Автор фотолары.

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас