+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
22 Февраль 2023, 09:05

Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ!

Ҡоштар – тәбиғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Беҙҙең ҡанатлы дуҫтар бит улар! Ҡышҡы һыуыҡта ҡоштарға аҙыҡ табыуы бик ҡыйын.

Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ!Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ!
Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ!

Улар беҙҙең ярҙамға мохтаж. Быны кескәй балалар ҙа яҡшы аңлай. Шуға беҙ балаларҙың атай-әсәйҙәре менән бергәләп матур тағараҡтар эшләнек. Матур килеп сыҡты. Кескәйҙәр сыр-сыу килеп, бер-береһенең тағараҡтарына ҡарап һоҡланды. Аҙаҡ бергәләшеп ағастарға элеп тә ҡуйҙыҡ. Ҡоштарға тары, ем, икмәк валсыҡтарын һалдыҡ та ситтән күҙәтеп торҙоҡ.

Балалар хәҙер көн дә тышҡа сығып, ҡанатлы дуҫтарын күҙәтергә, аҙыҡ һалырға ашҡынып ҡына тора.

 

Көнһылыу ӘҮӘЛБАЕВА, “Күбәләктәр” төркөмө тәрбиәсеһе.

Баймаҡ ҡалаһы, "Йондоҙло" балалар баҡсаһы.

Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ!
Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ!
Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ!
Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ!
Беҙ ҡоштарҙы яратабыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас