

Мартың берендә аяҙ булһа, йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ булыр.
Шулай уҡ беренсе мартта ел иҫеп торһа, йәй буйы елле булыуын көт.
Марттың башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
Аҡҡош иртә килһә, яҙ насар булыр, оҙаҡ торор.
Тауыҡтар яҙ көнө төнәктән иртә төшһә – йәй насар, әгәр һуң төшһә, йәй яҡшы булыр.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Марттың шартын апрель сығарыр.