

Кескәйҙәр ата-әсәләре менән бергә ҡағыҙҙан, пластик һауыттарҙан, ағас киҫәктәренән тағараҡтар эшләп алып килде. Уларға ем һалып, мәктәп эргәһендәге ағастарға элделәр. Тағараҡтар баҡсабыҙҙы биҙәп тора.
Ҡоштар – тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Уларҙан башҡа донъябыҙ йәнһеҙ, йәмһеҙ булыр ине. Шуға ла ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам күрһәтергә онотмайыҡ.
Алина ҒӘБДРӘШИТОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе.