+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
4 Март 2023, 06:25

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һыйлайбыҙ

Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ. Уларға ҡышҡы һыуыҡта аҙыҡ табыуы ҡыйын. Тимәк, беҙҙең ярҙамға мохтаждар. Быны кескәй балалар ҙа яҡшы аңлай.

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һыйлайбыҙҠанатлы дуҫтарыбыҙҙы һыйлайбыҙ
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һыйлайбыҙ

Бер көндө улар атай-әсәйҙәре менән бергәләп тағараҡтар эшләне. Матур килеп сыҡты. Кескәйҙәр сыр-сыу килеп, бер-береһенең тағараҡтарына ҡарап һоҡланды. Аҙаҡ бергәләшеп уларҙы ағастарға элеп тә ҡуйҙыҡ. Тағараҡтарға тары, ем, икмәк валсыҡтарын һалдыҡ та ситтән генә күҙәтәбеҙ.
Балалар хәҙер көн дә тышҡа сығып, ҡоштарҙы һыйларға ашҡынып ҡына тора.

Көнһылыу ӘҮӘЛБАЕВА, «Күбәләктәр» төркөмө тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас