

Шундай өлгөр, уңған үҙе. Мәктәптән ҡайтҡас, дәрестә бирелгән өйгә эшен тиҙ генә башҡара ла әсәһенә ярҙамға ашыға. Улар икәүләп билмән, төрлө тәмлекәстәр бешерергә ярата икән.
Асия бигерәк мал йәнле ҡыҙ инде. Кәртә-ҡураға сығып, быҙауына һыу эсерә, малҡайҙарын иркәләп ала, атаһы менән уларға бесән һала. Эш бөткәс, һеңлеһе менән саф һауала рәхәтләнәләр. Уны санаға ултыртып йөрөтә, икәүләшеп уйнап, өйгә арып ҡайтып инәләр.
Бына шулай Асияның көндәре һәр ваҡыт файҙалы ла, күңелле лә үтә.