Үҫентеләр өсөнсө япраҡ сығармаһа, өҫтөнә япҡан полиэтиленды алмай тороғоҙ, бары тик энә менән бер нисә урындан тишегеҙ. Нескә булып үҫеп киткән осраҡта үҫентене япраҡтарына тиклем яйлап ҡына ҡом менән күмдерергә кәрәк. Нығып киткәс, өҫтөн йышыраҡ асырға һәм һалҡыныраҡ урынға - тәҙрә төбөнә ҡуйырға була. Былай иткәндә үҫентене күсереп ултыртмайса, төбөнә тупраҡ өҫтәй-өҫтәй, үҫтерергә була.
Күсереп ултыртҡан осраҡта үҫентеләрҙе 2 көнгә һалҡын ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ. Улар ауырымаһын өсөн алһыу төҫтәге марганцовкалы һыу һибергә кәрәк. Иң яҡшыһы — ҡар һыуы. Ул үҫентеләрҙе нығыта, туҡландыра. Көндәр йылытҡас, көндөҙөн тәҙрәне асып, һалҡынса һауала сыныҡтырырға йәиһә теплицаға сығарып ҡуйырға ла була.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com