+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
21 Март 2023, 11:00

Һынамыштар

22 март йылы булһа, 40 көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

23 март - ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына йәшерһә, һыуыта.
24 мартта ала ҡарғалар тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.
25 март көндө ямғыр яуһа, арыш уңа. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә, көндәр йылыта.
26 мартта ҡара ҡарғалар кисен йыйылышып, тауыш бирһә, алдағы аҙна йылы булыр.
27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролок.
28 мартта аҡсарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр.
29 март ниндәй – апрель шундай.
30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, ташыуҙар ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ.
31 март кисендә йондоҙҙар ғәҙәттәгенән вағыраҡ күренһә – ямғырға.

 

Фото: Сәкинә Тотманова сәхифәһенән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас