

Хәл былай булды. Мин атайымдан, эт алайыҡ, тип күптән һорай инем. Тик ул һәр ваҡыт: «Эт аҫрау – яуаплы эш. Ул бит тере йән эйәһе. Ашатырға, тәрбиәләргә кәрәк», – тип әйтә килде. Шулай ҙа миңә 5 йәш тулғас, барыбер ризалашты. Бәхетемә, күршеләрҙең тоҡомло эте балаланы. Шамил олатай үҙемә көсөктәр тыуғас та һайлап ҡуйырға рөхсәт итте. Тик әҙерәк үҫкәндәрен көтөргә кәрәк ине. Улар ҙурайғас, мине саҡырып алып береһен бирҙе лә:
– Был көсөктө һиңә тапшырам. Тик биш һум аҡса бир, – тине.
Быға аптырап киттем. Баҡтиһәң, йолаһы шулай икән! Был турала күрше олатай яҡшы итеп һөйләп бирҙе.
Шулай итеп, 5 һумға һатып алған Һорлан исемле тоғро дуҫым бар хәҙер. Быға сикһеҙ шатмын! Этем менән рәхәтләнеп уйнайым. Минең мәктәптән ҡайтҡанды көтөп кенә тора ул.
Зөлхизә ИСҠУЖИНА, VI синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 1-се мәктәп.