

Быйыл ул 2 апрелгә тура килде. Ошо иҫтәлекле көн алдынан уҡыусыларҙың геология буйынса XV республика олимпиадаһы уҙҙы. «Ер һәм кеше» тип аталған ярыштың һайлап алыу турында Өфө, Октябрьский, Сибай, Салауат, Күмертау ҡалаларынан һәм Өфө, Баҡалы, Хәйбулла, Әлшәй райондарынан 100-ҙән ашыу йәш геолог үҙен һынап ҡараны. Ә уның икенсе этабы баш ҡалала 27 – 29 мартта булғайны.
Октябрьскийҙағы 3-сө гимназиянан олимпиадала йыл да күпләп ҡатнашалар. Быйыл абсолют еңеүсе лә ошо белем усағынан – Камилла Хәсәнова! Әйткәндәй, Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялар станцияһының «Йәш геолог» түңәрәгенә йөрөгән ҡыҙ VI синыфтан алып геология буйынса республика олимпиадаһында гел беренсе урын яулай икән. Ул Гөлшат Ғәлимова етәкселегендә шөғөлләнә.