+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
14 Апрель 2023, 13:25

Һәр ихатаға – сыйырсыҡ ояһы

«Толпар» балалар баҡсаһында экологик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Тәбиғәт менән бәйләнеш булдырыу, ҡош-ҡорттарға, йәнлектәргә ҡарата изгелек тойғолары уятыу, күҙәтеүсәнлектәрен үҫтереү өсөн кескәйҙәр менән төрлө ҡыҙыҡлы дәрестәр, презентациялар, конкурстар, уйындар йыш ҡына үткәрелә.

Һәр ихатаға – сыйырсыҡ ояһы
Һәр ихатаға – сыйырсыҡ ояһы

Ҡалабыҙҙың Йәш натуралистар станцияһы ойошторған «Һәр ихатаға – сыйырсыҡ ояһы» акцияһына баҡсабыҙҙың «Йондоҙсоҡтар» төркөмө лә ихлас ҡушылды.
Был осорҙа беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙға аҙыҡ һәм һыйыныу урыны етмәй. Шуға ла күптәр йыл һайын үҙҙәренең ихатаһында ҡоштар өсөн оя яһап элеп ҡуя. Акцияла мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәбиғәтте хөрмәт иткән һәр кеше теләп ҡатнаша. Мәҫәлән, беҙҙең төркөмдән Бәхтийәр Мөхәмәтйәров атаһы менән сыйырсыҡ ояһы эшләп, баҡсабыҙ ихатаһына элеп тә ҡуйҙы. Ҡоштар килеп оялағас, ул балаларҙың ҡыҙыҡһынып күҙәтеү урынына әйләнде. Башҡа атай-әсәйҙәр ҙә ярҙам ҡулы һуҙҙы: кемдер үҙ ихатаһында оя эшләп, кескәй­ҙәрен ҡыуандыр­һа, кемдер – эш урынында.
Был акция ваҡытында балалар менән «Ҡышлаусы ҡоштар», «Ҡоштар ашханаһы», «Тағараҡтағы ҡоштар», «Ҡоштар ҡайтты» кеүек темаларға әңгәмәләр үткәрҙек. Бергәләп һүрәт төшөрҙөк, әҙәби әҫәрҙәр уҡыныҡ. «Ҡошто таны», «Был ҡош нисек һайрай?», «Парын тап», «Һүрәтте йый», «Кем иғтибарлы?» һәм башҡа дидактик уйындар кескәйҙәрҙең күңеленә хуш килде. Беҙҙең төбәктә ҡышлаусы ҡоштарҙы танырға өйрәнделәр.
Минеңсә, бындай акциялар бик яҡшы тәрбиәүи сара булып тора һәм ҡанатлы дуҫтарыбыҙға тағы ла иғтибарлыраҡ булырға өйрәтә.

Миңзәлә ЙОСОПОВА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Фото: rbsmi.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: