+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
15 Апрель 2023, 16:25

Оҡшаһа, был өйөң, түгелһен моң-көйөң!

Яҙ башында ғына күҙәтелә тор­ған матур күренеш ул күсмә ҡоштарҙың ҡайтыуы һәм моңло итеп һайрау­ҙары...

Оҡшаһа, был өйөң, түгелһен моң-көйөң!
Оҡшаһа, был өйөң, түгелһен моң-көйөң!

Бына Аяз да яҙғы каникул көндәрендә атаһы менән сыйырсыҡҡа оя яһаған. Ҡалай матур килеп сыҡҡан бит әле! Аяз Шәмсетдинов – Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының I cиныф уҡыусыһы. Уҡытыусыһы Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова үҙен маҡтап бөтә алмай:
– Ул Түрһәгәҙе ауылынан, интернатта йәшәп белем ала. Бәләкәй генә булһа ла, аҙна эсендә тиҙ генә уҡырға өйрәнде. IV синыфтағы Алмаз ағаһына эйәреп, гимназия уҡыусыһы булып китте.
Беренсе йыл ғына милли көрәш менән шөғөлләнһә лә, уңышҡа ирешеп тә өлгөрҙө. Балалар спорт мәктәбе ойошторған ярышта – I урын, ә район беренселегендә III урын алып һөйөнгән. Уҡыуҙан да һынатмай. Күп балалы ғаиләлә өс малай араһында уртансыһы икән үҙе. Аталары Марсель улдарына үрнәк булып тора. Ул ауылда өй һалып, тормош иптәше Айһылыу менән ихата тулы ҡош-ҡорт, һарай тулы мал-тыуар тота. Йылҡылары ла күп. Ғөмүмән, атаһы ла, әсәһе лә улдарына бар яҡтан өлгө күрһәтеп, уларҙы матур итеп тәрбиәләргә тырыша. Был ғаиләлә балалар бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә.
Шулайҙыр, күренеп тора, ана, ниндәй ыҡсым ғына сыйырсыҡ ояһы! Хәҙер уларҙың йорт тирәһендә сыйырсыҡтың моңло һайрауы таралыр, күңелле бу­лыр.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: