+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
26 Апрель 2023, 21:35

Дәррәү өмәгә сыҡтыҡ

Көндән-көн тәбиғәт уяна. Төрлө бөжәктәр ҡояш йылыһына терелә. Ҡояш та үҙенең йылы нурҙары менән бар тирә-яҡты мул йылыта башланы. Бар ерҙә лә өмәләр гөрләй.  

Дәррәү өмәгә сыҡтыҡ
Дәррәү өмәгә сыҡтыҡ

 Беҙ ҙә аҙна һайын шаршамбы һәм йома көндәре өмәгә сығабыҙ. Үҙебеҙ уҡыған белем усағыбыҙ эргәһендә өмә ойоштороп, тирә-яғыбыҙҙы сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Мәктәбебеҙҙең ишек алды таҙарып, тағы ла  балҡып китте. Был саранан бер уҡыусы ла ситтә ҡалманы, ҡулынан килгәнсе  тырышып-тырмашып эшләне.
Шулай уҡ бәләкәй дуҫтарыбыҙҙы ла онотманыҡ. Балалар баҡсаһына барып, сәскәләр өсөн түтәлдәр яһаныҡ. Һәр кем үҙ өлөшөн индереп,  ҡыуанышып таралыштыҡ. Бына шулай тирә-яғыбыҙҙы  һәр ваҡыт таҙа тотоу - беҙҙең бурыс икәнен бик яҡшы беләбеҙ.

Нурия Әхмәҙиева.

 Хәйбулла районы,  Татырүҙәк мәктәбе.

Дәррәү өмәгә сыҡтыҡ
Дәррәү өмәгә сыҡтыҡ
Дәррәү өмәгә сыҡтыҡ
Дәррәү өмәгә сыҡтыҡ
Дәррәү өмәгә сыҡтыҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: