+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
29 Апрель 2023, 11:40

Баш ҡалабыҙҙа «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында Комсомол урамында яңы йәмәғәт киңлегенә нигеҙ һалынды, тип хәбәр иттеләр Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Экоакцияла ҡатнашыусылар алты йүкә ултыртты, уларҙың һәр береһенең бейеклеге — алты метрҙан ашыуыраҡ.

Баш ҡалабыҙҙа «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде
Баш ҡалабыҙҙа «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде

Ағас ултыртыуҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Салауат Хөсәйенов, Эдуард Сәйетбатталов, Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Виктор Гурьев, «Асыҡ спорт» төбәк партия проекты координаторы Фәрит Ғиндуллин ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы иғлан иткәнАтайсал өсөн файҙалы эштәр йылында яңы аллеяға изге ғәмәлдәр проекты менән ауаздаш символик исем һайланылар. 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Баш ҡалабыҙҙа «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде
Баш ҡалабыҙҙа «Атайсал» аллеяһы барлыҡҡа килде
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: