+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
6 Май 2023, 09:20

Яратам мин был миҙгелде!

Яҙҙы кем генә яратмай икән?! Бар тәбиғәт йәнләнә, донъя яңы төҫ алғандай тойола. Яҙғы йылылыҡ, сағыу ҡояш күңелдәрҙе иркәләй...

Яратам мин был миҙгелде!
Яратам мин был миҙгелде!

Тирә-яҡ ҡарҙан әрселгәс, Ер-әсә яңы һулыш алып, яңы тормош башлай. Йылғаларҙа боҙҙар китә, урам, ялан-ҡырҙар буйлап йыр­ғанаҡтар йүгерә. Яҙҙың тәүге сәскәһе булған умырзаяларҙың баш ҡалҡытыуын, ағастарҙа бөрөләр тулышыуын күҙәтеү, йылы яҡтан ҡайт­ҡан ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың моңло итеп һайрауҙарын тыңлау күңелгә әйтеп, аңлатып бирә алмаҫлыҡ кинәнес өҫтәй. Ә инде тирә-яҡты һап-һары бәпембәләр ҡаплап алһа, йәй етергә лә күп ҡалманы тигән һүҙ. Ҡояшҡай ҙа ҡыуанғандай, йылы нурҙарын күберәк тарата.
Их, шул тиклем яратам мин был миҙгелде!

Розалина МИРХӘЙҘӘРОВА, III «Ж» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 18-се мәктәп.

Фото: pomnim.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: