+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Май 2023, 11:20

Ҡыяр уңһын, тиһәгеҙ...

Ҡыяр – туҡландырыуға, тәрбиәгә бик талапсан йәшелсә. Улар тигеҙ  үҫһен, яҡшы уңыш бирһен, тиһәгеҙ, тейешенсә туҡландырырға кәрәк.

Ҡыяр уңһын, тиһәгеҙ...
Ҡыяр уңһын, тиһәгеҙ...

Ҡыяр сәскә атҡан ваҡытта көл менән туҡландыралар. 1 биҙрә һыуға 1 стакан көл һалып, бер тәүлек тоторға һәм һәр төпкә ярты  литр һибеп сығырға. Быны ике аҙна һайын ҡабатларға мөмкин.
Тағы ла кесерткән төнәтмәһе әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн берәй һауытҡа кесерткән тултырып, йылы һыу ҡойоп,  әсетергә  кәрәк. Ферментация тиҙерәк барһын өсөн бер ус тупраҡ һәм 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо өҫтәргә ярай. Бер аҙнанан файҙалы “әсетке” әҙер була. Артабан 1 биҙрә һыуға 1 литр әҙер шыйыҡсаны  ҡушҡас,  болғап-болғап ҡыярҙарға һибергә кәрәк.

Сығанаҡ һәм фото: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: