+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
9 Май 2023, 15:20

Тыуған яғымдың ер-һыу атамалары

Тыуған ауылым шишмәләргә, күлдәргә бай. Өләсәй-олатайҙар уларға элек-электән матур-матур исемдәр биргән.

Тыуған яғымдың ер-һыу атамалары
Тыуған яғымдың ер-һыу атамалары

Инеш тип Башҡортостанда бәләкәй шишмәләрҙе атайҙар. Был атама күберәк көнбайыш райондарҙа осрай. Был гидронимды республикала 30-лап топоним йөрөтә.
Иҫке Туймазы уртаһынан сылтырап Инеш шишмәһе аға. Ул ауылдың Урман урамы буйлап 2 саҡрым ағып төшә һәм Мәктәп урамына борола. Шунан инде Йылға урамына табан юл ала һәм тағы ла 3 саҡрым борғалана-борғалана Олокүлгә барып ҡушыла.
Инеш һыуы көмөштәй ялтырап тора. Тирә-яғы хәтфәләй йәм-йәшел үлән менән ҡапланған.
Беҙ Инешебеҙҙең, Олокүлдең ярҙарын таҙартып торабыҙ. Тыуған яғымдың төп байлығы, хазинаһы бит улар!

Альбина ӘХМӘТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы,
Иҫке Туймазы белем биреү үҙәге.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: