+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
15 Май 2023, 15:55

Көҙгө мул уңыштың серҙәре нимәлә? Беләһегеҙме?

1. Барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы);

Көҙгө мул уңыштың  серҙәре нимәлә? Беләһегеҙме?
Көҙгө мул уңыштың серҙәре нимәлә? Беләһегеҙме?

2. 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;

3. Сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;

4. Помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;

5. Помидор , ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;

6. Һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода);

7. Еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға – 10 тамсы;

8. Йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы.

 

Сығанаҡ: Красноусол ағинәйҙәре

Фото: "Файҙалы" кәңәштәр төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: