+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
23 Май 2023, 11:30

Кескәйҙәр ағас ултыртты

Күмәкләп ағас ултыртыу — изге эш. Ағас тирә-яҡты матурлап ҡына ҡалмай, һауаны таҙарта, ер-һыуҙы һаҡлай.

Кескәйҙәр ағас ултыртты
Кескәйҙәр ағас ултыртты

Тәбиғәт биргән байлыҡты файҙаланабыҙ икән, уны тулыландырып торорға кәрәк, шуға ла ата-бабаларыбыҙ: "Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт",- тип васыят әйткән. Һәр кешегә кәмендә дүрт ағас ултыртыу фарыз, тигәндәр.
Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылының "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләр менән берлектә ошо изге ғәмәлде тормошҡа ашырҙы. Ағас ултыртыу өмәһе байрам кеүек үтте. Алдан билдәләнгән урынға ер ҡаҙып, ағас үҫентеләрен ултыртып, һыу һибеп ҡуйҙы улар. Йәш үҫентеләр тамыр алып нығынып китер һәм бер нисә йылдан тирә- яҡҡа йәм биреп ултырыр, тип ышанабыҙ. Әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә, үҫентеләр менән ярҙам итеүсегә:" Афарин!"- тиергә генә ҡала.

Фәимә НАЗАРОВА, "Сулпан" балалар баҡсаһы мөдире.

Хәйбулла районы, Әбүбәкер ауылы.

Кескәйҙәр ағас ултыртты
Кескәйҙәр ағас ултыртты
Кескәйҙәр ағас ултыртты
Кескәйҙәр ағас ултыртты
Кескәйҙәр ағас ултыртты
Кескәйҙәр ағас ултыртты
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: